Башҡортостанда 1927 йылдың 22 июненән 1945 йылдың 3 сентябренә тиклем тыуған һуғыш балаларына социаль ярҙам сараларын арттырыу ҡарала. Был туралағы закон проектын республика парламенты әҙерләгән. Ул ҡабул ителгән осраҡта һуғыш балалары дәүләт һәм муниципаль хеҙмәттәр күрһәтеү буйынса Күп функциялы үҙәк офистарында һәм филиалдарында сираттан тыш хеҙмәтләндерелә. Әле улар өсөн бер тапҡыр бирелә торған түләү ҡаралған, шулай уҡ дәүләт гарантиялары программаһы нигеҙендә сираттан тыш медицина хеҙмәте күрһәтелә, стационар социаль хеҙмәтләндереү ойошмаларына путевка бирелә. Республикала 113 меңдән ашыу һуғыш осоро балалары йәшәй.



