Денис Лебедев Баймаҡ ҡалаһының үҙәк майҙанында иртәнге зарядка үткәрҙе

Рәсәй боксы легендаһы Баймаҡта! Бөгөн донъя чемпионы Денис Лебедев ҡаланың үҙәк майҙанында иртәнге зарядка үткәрҙе. Көслө нокауттары менән билдәле булған боксер менән осрашыуға Башҡортостандың спорт йондоҙҙары-күренекле чемпиондар ҙа ҡушылды. Улар араһында Токиола Олимпия уйындарында ҡатнашҡан Данис Латипов, студенттар араһында Рәсәй һәм донъя чемпионы Нияз Фәйзуллин, халыҡ-ара турнирҙарҙа күп тапҡыр еңеүсе Руслан Ғилманов, MMA буйынса донъя чемпионаты призеры Заһир Түләбаев булды. Чемпион менән зарядка эшләргә бик күп йәштәр йыйылды. Спортсы улар өсөн оҫталыҡ дәресе үткәрҙе. Сарала ҡатнашыусылар Денис Лебедевтан ярыштарға әҙерлек серҙәрен өйрәнде.

Башбат
Нет наркотикам
Волна
Акции БСТ