Ғәҙәттән тыш хәлдәр системаһында хеҙмәт итеүселәр ярышы йыл һайын ойошторола. Конкурс бер яҡтан оҫталарҙы асыҡларға булышлыҡ итһә, икенсенән, яңы эш алымдары, технологиялар менән танышыу мөмкинлеге булып тора.Чемпионатты асыу тантанаһында конкурсанттарҙы Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары Ирек Сәғитов сәләмләне. Янғын һүндереү һәм ҡотҡарыу буйынса чемпионат 2009 йылдан бирле ойошторола. Көслө заттар араһында уҙғарылған бәйге ҡотҡарыусыларҙың физик көсөн арттырыу, тәжрибә уртаҡлашыуҙы маҡсат итеп ҡуя. Өс көн дауам иткән чемпиоантта ҡотҡарыусылар төрлө дисциплиналарҙа көс һынашасаҡ.



