Сәләмәтлек поездары ярҙамында 4 меңгә яҡын ауырыу аысҡланған

Мобиль бригадалар быйыл республиканың 300-ҙән ашыу ауыл-ҡалаһында булып 170 меңгә яҡын пациентты ҡабул иткән. Күсмә станция ошо көндәрҙә Өфө районының Булгаков ауылында ла эшләй. Бында анализдар бирергә, маммография үтергә, кардиологҡа, онкологҡа, гинекологҡа күренергә, грипттан прививка яһатырға мөмкин. Сәләмәтлек поезының пациенттары менән БЮТ хәбәрсеһе Рәмзиә Кәримова аралашты.

Рәлиә Кәримованың эше компьютерға бәйле, ул маркетплейстарҙа менеджер булып эшләй. Ҡалаға һирәк сыға, табип кабинеттары буйлап йөрөргә лә ваҡыты юҡ. Күсмә медицина станцияһы минең өсөн бик уңайлы, өй эргәһендә генә тулы медицина тикшереүе үтергә мөмкин, ти Рәлиә.

Күсмә медицина бригадалары тәгәрмәс өҫтөндәге поликлиника һымаҡ. Ул заманса ҡоролмалар менән йыһазландырылған., табиптар менән тәьмин ителгән. Пациенттарға алдан яҙылырға кәрәкмәй, үҙең менән паспорт һәм полисың булыуы ғына шарт.

Винер Миңлейәров ғүмер буйы юлда, рулдә. Сәләмәтлек поезын да осраҡлы рәүештә күреп ҡалған. Мәғлүм булыуынса, ир-егеттәр поликлиника юлын тапарға яратмай, әммә бындай мөмкинлекте ҡулдан ысҡындырырға теләмәнем, ти ул.

«Сәләмәтлек поезы» табиптары пациенттарҙан анализдар ала, флюрография, мамография үткәрә. Быйыл ғына бөтәһе 37 мең рентген тикшереүе уҙғарылған.

Мобиль бригадалар ваҡыты тығыҙ булған кешеләр өсөн генә түгел, физик мөмкинлеге сикләнгәндәр өсөн дә уңайлы. Ҡыҫҡа ғына ваҡыт эсендә тулы медицина тикшереүе үтергә була.

Сәләмәтлек поездары Башҡортостан башлығы Радий Хәбировтың ҡушыуы буйынса 7 йыл элек Республика ҡала-райондары убйлап йөрөй башлай. Табиптар быйыл 21 апрелдән әлегә тиклем 332 ауыл-ҡасабала 163 мең пациентты ҡабул иткән, медицина тикшереүе үткәргән. Сәләмәтлек поездарының эшмәкәрлеге һөҙөмтәһендә 4 меңгә яҡын ауырыу асыҡланған.

Рәмзиә Кәримова

Башбат
Нет наркотикам
Волна
Акции БСТ