Октябрьский ҡалаһы эргәһендә объекты төҙөкләндереү 85 процентҡа тамамланған. Күләмле реконструкция «Тормош өсөн инфраструктура» милли проекты буйынса алып барыла. Бының өсөн 1 миллиард һум самаһы аҡса бүленгән.
План буйынса күперҙә хәрәкәт киләһе йылдың көҙөндә асылылырға тейеш була. Подрядсылар иһә ҡуйылған бурысты бер йылға иртәрәк атҡарып сығырға ниәтләй. Объекты техник асыу октябрь башына тәғәйенләнгән. Ыҡ йылғаһы аша һалынған ҡоролманы ваҡытында хәрби әсирҙәр һалған. Йылдар үтеү менән саманан тыш таушала, шуға ла уны тулылыһынса һүтеп, яңынан төҙөргә ҡарар ителә. Бөгөнгә иң ҡатмарлы эштәр артҡа ҡалған. Әле асфальт түшәлә, ҡойма һәм яҡтыртыу ҡоролмалары ҡуйыла. Объектта 4 тиҫтәгә яҡын кеше эшләй. Әйткәндәй, ике республиканы тоташтырыусы күпер Рәсәйҙә иң оҙоны һанала. Һәр хәлдә, Татарстан яғынан килгәндә уны үтеү өсөн ике сәғәт ваҡыт китә. Был күрше республика менән Башҡортостан араһындағы сәғәт бүлкәте менән бәйле.



