Радий Хәбиров «Креатив индустрия» сәғәтендә айти-технологиялар белгестәре менән осрашты

Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров «Креатив индустрия» сәғәтендә айти-технологиялар белгестәре менән осрашты. Төбәк етәксеһе тармаҡ хеҙмәткәрҙәрен һөнәри байрам менән тәбрикләп дәүләт наградалары тапшырҙы. Һанлы технологиялар үҫешкән осорҙа хеҙмәт баҙарында айти-белгестәргә ихтыяж арта. Республикала йәш програмистарға ярҙам саралары ойошторолған. Гранттар, махсус уҡыуҙар, льготалы ипотека һәм башҡа саралар булдырылған.

Башҡортостанда креатив индустрияны үҫтереүгә 25 миллион һум аҡса йүнәлтелә. 2030 йылға тиклем ил иҡтисадында креатив индустриялар өлөшө 6 процентҡа тиклем етергә тейеш. «Креатив индустриялар сәғәтендә» дәүләт ярҙамы сараларын арттырыу, үҫеш юлдары, көнүҙәк проблемалар хаҡында һүҙ барҙы. Йылдам үҫешкән тармаҡты көслө кадрҙар менән тәьмин итеү мәсьәләһе лә күтәрелде.

Акции БСТ
БАШКОРТТАР-БСТ