«Башҡортостан» полкы дрондарға ҡаршы ҡоралды камиллаштыра

Көндән-көн үҙгәреп торған хәрби бәрелеш шарттары техниканы даими камиллаштырыуҙы талап итә. «Башҡортостан» полкының ремонт ротаһы дрондарҙан һаҡланыу сараларын тағы ла нығыраҡ, хәүефһеҙерәк итеп үҙгәртә.

Махсус хәрби операцияла һалдаттар араһында «мангал» тип йөрөтөлгән дронға ҡаршы селтәрһеҙ йөрөгән техника юҡ. Ауыр бронемашиналар хәҙер заводтан уҡ рәшәткәләр менән көплө сығарыла. Еңел техника иһә урында уҡ камиллаштырыла. Селтәрҙе хәҙер күпкә нығыраҡ эшләйбеҙ, ти яугирҙар. Быға тиклем ҡоролма дрондар кузовҡа яҡын шартламаһын өсөн урынлаштырылһа, хәҙер шартлатҡыстар ҡаҡлығып китерлек итеп эшләнә. Тимер Башҡортостандан гуманитар ылау менән дә килтерелә. «Мангал» дар яугирҙар ғүмерен һаҡлап ҡалыу өсөн ябай, әммә һөҙөмтәле ҡоролма, ти ремонт ротаһында хеҙмәт итеүсе яҡташтарыбыҙ.

Башбат
Нет наркотикам
Акции БСТ
БАШКОРТТАР-БСТ