Яңы объект тиҙ йыйыла торған заманса конструкцияларҙан төҙөлгән. Келәш район үҙәгенән 20 километрҙан ашыу алыҫлыҡта урынлашҡан. Ауылда ут сыға ҡалһа янғын һүндереү техникаһы килеп еткәнсе ваҡыт талап ителә, уттың ныҡлап таралыуы, кеше ғүмерҙәре өҙөлөүе ихтимал. Шуға күрә лә келәштәр үҙҙәренә янғын һүндереү машинаһы алыуҙы юллаған. Ошо ауылдан сыҡҡан Рәсәй геройы, Рәсәйҙең атҡаҙанған хәрби летчигы Риф Сәхәбетдиновтың тырышлығы һәм ярҙамы менән был һорау ыңғай хәл ителгән. Әммә әлегә тиклем техниканы ҡуйыу урыны булмаған. Шуға күрә Шишмә районы хакимиәте янғын һүндереү машинаһы өсөн депо төҙөтөргә хәл иткән.
Яңы объект тиҙ ҡорола торған модулле конструкцияларҙан күтәрелгән. Ул ике берәмек техникаға иҫәпләнгән, бина йылытыла. Бында шулай уҡ тракторҙы ла ҡуйыу мөмкинлеге бар. Ауыл хакимиәте депоның эргә-тирәһен төҙөкләндерергә ниәтләй. Ирекле янғын һүндереү дружинаһының йыл дауамындағы эшмәкәрлеген тәьмин итеү 4 миллион һумдан ашыуға төшә. Заманса депо оҙаҡ йылдар халыҡ мәнфәғәтенә хеҙмәт итһен, бәлә-ҡазаларҙан ҡурсалаһын, тине тантанала ҡатнашыусылар.



