Башҡортостан Башлығы гранты ярҙамында башҡорт теле өҫтәл уйындары барлыҡҡа килде

Башҡорт телен өйрәнеүгә Башҡортостан Башлығы гранты проекттары. Республика мәктәптәрендә, балалар баҡсаларында «Өҫтәл уйындары» проекты әүҙем тормошҡа ашырыла. Был уйындар туған телде дуҫтар, туғандар менән бергәләп уйын форматында төплө өйрәнеү һәм популярлаштырыу маҡсатын ҡуя. Баш ҡаланың Фатима Мостафина исемендәге 20-се башҡорт гимназияһында башҡорт телен заманса алымдарға таянып, өҫтәл уйындары ярҙамында өйрәнеүселәр янында беҙҙең ижади төркөм дә булды. Был хаҡта тулыраҡ БЮТ хәбәрсеһе Гүзәл Борханова яҙмаһында.

«Туған телде уйын аша өйрәнеү аң даирәһен киңәйтә, мәҙәни төрлөлөккә тәрән ихтирам формалаштыра, шәхесте нығыта һәм яңы ҡаҙаныштарға илһамландыра», ти белгестәр.

Башҡортстан Башлығы грантына булдырылған «Бишбармаҡ», «Зирәк», «Әлләсе» һәм «Айыу, сәй, бал, май» уйындарының маҡсаты-балалар телмәрен уйын формаһында байытыу. Әйткәндәй, был уйындарҙы инглиз телен өйрәнеү өсөн дә ҡулланырға мөмкин.Малай- ҡыҙҙар үҙҙәре лә туған телде уйын формаһында өйрәнеү мауыҡтырғыс һәм фәһемле тигән фекерҙә.

Рәсүл Ниғмәтовтың бер туған ҡустыһы Искәндәр 4 -се класс уҡыусыһы. Искәндәр һәм уның класташтары «Зирәк» уйынында әүҙем ҡатнаша.Уйындың исеме есеменә тап килеп тора. Ул уйынсыларҙан аҡыл һәм отҡорлоҡ талап итә.

Өҫтәл уйындары өсөн төп шарт-башҡорт телендә һөйләшеү, аңлашыу, уҡыу, уны әүҙем ҡулланыу. Бындай формат тел күнекмәләрен нығытыуға ла булышлыҡ итә, ти уҡытыусылар.

Башҡортостан Башлығы грантына проекттар һәм республика етәксеһенең ярҙамы менән балаларҙың туған телгә ҡыҙыҡһыныуы артҡандан -арта. Башҡорт телен һаҡлау, яҡлау һәм үҫтереү маҡсатында, Башҡортостан Башлығы указына ярашлы, 2019 йылдан алып йыл һайын 14 декабрҙә Башҡорт теле көнө билдәләнә. Йылына ике тапҡыр милли кейем көнө уҙғарыла.

«Беҙ үҙебеҙҙең ерҙә яуаплы хужа булыу өсөн уңышлы булырға тейешбеҙ. Балаларыбыҙ, артабанғы быуындар өсөн Башҡортостанды һаҡлап ҡалыу һәм нығытыу, ата-бабаларыбыҙ беҙгә тапшырған телгә, мәҙәниәткә һаҡсыл ҡараш тәрбиәләү -беҙҙең төп бурыстарҙың береһе» тине Башҡортостан Башлғы 2019 Йылдың 28 июнендә V Бөтә Донъя башҡорттары Ҡоролтайында сығышында.

Башҡортостан Башлығы грантына сығарылған «Өҫтәл уйындары» нда малай-ҡыҙҙар уйын ситуациялары ярҙамында милли йолалар, ғөрөф-ғәҙәттәр, рухи ҡиммәттәр хаҡында белә,телгә ҡыҙыҡһыныуын арттыра. Уйын форматы белем алыуға дәрт уята, баланың һүҙ байлығын арттыра, команда эшен үҫтереүгә булышлыҡ итә.

Башҡорт теле -үткән һәм киләсәк араһындағы күпер, милли ғорурлыҡ, рухи гармония сығанағы.Башҡорт телен өйәрнеү-ул һәләтле, моңло халыҡтың йөрәгенә сәйәхәт, уның эске матурлығын аңлау мөмкинлеге.Тыуған телде белеү беҙҙе көслөрәк һәм берҙәм итә. Гүзәл Борханова

Башбат
Нет наркотикам
Волна
БАШКОРТТАР-БСТ