Башҡортостан Вуз-ара кампусы Рәсәйҙең алдынғы журналистарын ҡабул итте

Евразия ғилми-мәғариф үҙәгенең Вуз-ара студенттар кампусы Рәсәйҙең билдәле жуналистарын һәм блогерҙарын ҡабул итте. Матбуғат һәм киң мәғлүмәт саралары хеҙмәткәрҙәре Башҡортостандың ғилми-популяр туризм маршруты менән танышыуҙы төбәк башлығы Радий Хәбиров менән осрашыуҙан башланы.

Республика етәксеһе ҡунаҡтарға фән һәм юғары белем өлкәһендәге ҡаҙаныштар тураһында һөйләне. Кампусты ғына алайыҡ, әле биләмәлә бер стилобот менән тоташҡан ете башня төҙөлөшө бара, унда студенттарға йәшәү, белем алыу, фән менән шөғөлләнеү, ял итеү өсөн заманса шарттар булдырыу ҡаралған. Дүрт университеттың «Өҫтөнлөк-2030» федераль проектына инеүе лә-республикаға миллиард һумдан ашыу аҡса йәлеп итеү мөмкинлеге бирҙе. Радий Хәбиров үҙ сығышында тармаҡ инфраструктураһын үҫтереүгә айырыуса иғтибар бүленеүен билдәләп үтте. Әйткәндәй, Федераль журналистарҙың сәйәхәте «Милли өҫтөнлөктәр» коммерция булмаған ойошмаһы тарафынан ойошторолған. Күләмле сара ил прездиденты иғлан иткән фән һәм технологияларҙың ун йыллығы сиктәрендә уҙғарыла.

Башҡортостандың ғилми-популяр туризм маршрутында ҡатнашыусылар өсөн бай программа төҙөлгән. Өфө фән һәм технологиялар университетының авиация двигателдәре музейына, РОСТЕХ дәүләт корпорацияһының Өфө моторҙар эшләү берекмәһе базаһында асылған уҡытыу-производство үҙәгенә һәм «Торатау» геопаркының визит-үҙәгенә экскурсиялар ҡаралған. Матбуғат конференцияһынан журналистар һәм блогерҙар Вуз-ара студенттар кампусының ғилми лабораториялары менән дә танышты. Әйтәйек, Башҡорт дәүләт медицина университеты ғалимдары 3Д-принтер ҡулланып биомедицина импланттары етештерә, заманса дарыуҙарға һынауҙар уҙғара.

Башбат
Нет наркотикам
Волна
БАШКОРТТАР-БСТ