11 сентябрҙә күренекле дәүләт эшмәкәре, Рәсәй именлек хеҙмәтенә нигеҙ һалыусыларҙың береһе Феликс Дзержинскийҙың тыуған көнө билдәләнә.
Тарихи шәхестең тыуыуына 148 йыл тулыу уңайынан именлек хеҙмәте ветерандары һәм хеҙмәткәрҙәре уның һәйкәленә сәскә гөлләмәләре һалды. 1917 йылда РСФСР-ҙың халыҡ комиссарҙары декреты менән контрреволюция һәм саботажға ҡаршы көрәш өсөн Бөтә Рәсәй Ғәҙәттән тыш комиссияһы, йәғни ВЧК ойошторола. Был башланғыс менән Владимир Ленин үҙе сығыш яһай. Уның тәүге етәксеһе итеп Феликс Дзержинский тәғәйенләнә. Йәмғиәттә бөгөн дә тәртип һаҡлау органдары эшмәкәрлегенә ихтыяж ҙур. Терроризм, сәйәси һәм дини экстремизмға кәртә ҡуйыу, ришүәтселекте иҫкәртеү, наркобизнес һәм ойошҡан енәйәтселеккә ҡаршы көрәш именлек хеҙмәтенә йәкмәтелгән.



