Ҡыҙыллы-аҡлылар хәл иткес уйында үҙҙәренең күптәнге дәғүәсеһе-Жуков ауылының «Старт» командаһын еңде. Осрашыу башында иҫәпте Өфө районы футболсылары асты. Уңышҡа Эмиль Ғәлиәкбәров өлгәште. Күп тә үтмәй Артур Шәйхлисламов яуап тубы индерҙе. Тәнәфестән һуң Туймазы мәктәбе тәрбиәләнеүсеһе Линар Мөхәмәтшин үҙ командаһын 2:1 иҫәбе менән алға сығарҙы. Был гол финалдың яҙмышын хәл итте. «Спартак» үҙ тарихында 8-се тапҡыр абруйлы трофейға эйә булды. Һуңғы алты йылда улар бишенсегә республика кубогы яуланы!



