Башҡортостанда федераль журналистар фәнгә сәйәхәт ҡылды

Евразия ғилми-мәғариф үҙәгенең вуз-ара студенттар кампусы Рәсәйҙең билдәле журналистарын һәм блогерҙарын ҡабул итте. Матбуғат һәм киң мәғлүмәт саралары хеҙмәткәрҙәре Башҡортостан фәненә сәйәхәтен республика башлығы Радий Хәбиров менән осрашыуҙан башланы. Төбәк етәксеһе ҡунаҡтарға фән һәм юғары белем өлкәһендәге ҡаҙаныштар тураһында һөйләп, ғилми-популяр маршруттар иҡтисадтың мөһим өлөшө булыуын билдәләне. Федераль ҡунаҡтар өсөн ойошторолған брифинг һәм экскурсияла БЮТ ижади төркөмө лә булды. БЮТ хәбәрсеһе Гөлназ Хәйбуллина дауам итә.

Башҡортостандың ғилми-популяр туризм маршруты Евразия ғилми-мәғариф үҙәгенең вуз-ара студенттар кампусы аша үтә. Федераль һәм төбәк журналистары ғилми лабораториялар эшмәкәрлеге, фәнни асыштар, ҡаҙаныштар менән танышып, ғалимдарҙан буласаҡ репортаждар һәм мәҡәләләр өсөн интервьюлар алды. Башҡорт дәүләт медицина университетының аддитив технологиялар лабораторияһын ғына алайыҡ, бында 3Д-принтер ҡулланып биомедицина импланттары етештерелә, заманса дарыуҙарға һынауҙар уҙғарыла.

2022-2031 йылдар ил президенты ҡарары менән фән һәм технологиялар ун йыллығы тип иғлан ителгәйне. Ғилми-популяр туризмды үҫтереү-уңышлы башланғыстарҙың береһе. Проект буйынса Рәсәйҙең төрлө төбәктәрендә 90-ға яҡын туристик маршрут булдырылған, уларҙың 9-ы-Башҡортостанда. Әйткәндәй, Федераль журналистарҙың республикаға сәйәхәте «Милли өҫтөнлөктәр» коммерция булмаған ойошмаһы тарафынан ойошторолған, иҫәп буйынса-унынсы төбәк.

Ун йыллыҡтың иң көслө башланғыстарының береһе булған ғилми-популяр туризм ҙур үҫеш ала башланы. Сочиҙа үткән Йәш ғалимдар конгресында Башҡортостанда булдырылған маршруттар менән таныштырғайнылар, улар беҙҙә ҙур ҡыҙыҡһыныу уятты. Ил кимәлендә фәнде популярлаштырыу өсөн федераль һәм төбәк журналистары менән сираттағы сәйәхәткә килдек.

Роман Камаев, «Милли өҫтөнлөктәр» коммерция булмаған ойошмаһы генераль директоры урынбаҫары

Республика өсөнсө йыл рәттән илдең ғилми-технологик үҫеше рейтингында алдынғы ун төбәк исемлегендә. Тармаҡты үҫтереү буйынса дәүләт программаһы ла ҡабул ителгән. Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров матбуғат һәм киң мәғлүмәт саралары хеҙмәткәрҙәре менән осрашып, ғилми берләшмәләргә, йәш ғалимдарға күрһәтелгән ярҙам саралары тураһында һөйләне.

Төбәк етәксеһе тармаҡ инфраструктураһын үҫтереүгә айырым иғтибар бүленеүен билдәләп үтте Дүрт университеттың «Өҫтөнлөк-2030» федераль проектына инеүе-республикаға миллиард һумдан ашыу аҡса йәлеп итеү мөмкинлеге бирҙе. Кампусҡа килгәндә, әле биләмәлә бер стилобат менән тоташҡан ете башня төҙөлөшө бара, унда студенттарға йәшәү, белем алыу, фән менән шөғөлләнеү, ял итеү өсөн заманса шарттар булдырыу ҡаралған.

Журналистар Башҡортостанда ғилми-популяр туризм үҫеше меннә дә ҡыҙыҡһынды. Билдәле булыуынса, 9 маршруттың икәүһе ЮНЕСКО глобаль геопарктар селтәренә ингән «Янғантау» һәм «Торатау» геопарктары аша үтә. Киләсәктә фәнгә сәйәхәттәрҙе тағы ла байытыу маҡсаты ҡуйылған.

Башҡортостандың ғилми-популяр туризм маршрутында ҡатнашыусылар өсөн бай программа төҙөлгән. Өфө фән һәм технологиялар университетының авиация двигателдәре музейына, РОСТЕХ дәүләт корпорацияһының Өфө моторҙар эшләү берекмәһе базаһында асылған уҡытыу-производство үҙәгенә һәм «Торатау» геопаркының визит-үҙәгенә экскурсиялар ҡаралған.

Гөлназ Хәйбуллина

Волна
Акции БСТ