Төбәк халҡы «Айыҡ ауыл-2024» республика конкурсында ҡатнашып, 3-сө урын яуланы. Шулай итеп ырғыҙлылар «Ҙур тораҡ пункттар» номинацияһында 2 миллион ярым һумлыҡ сертификат менән бүләкләнде. Урындағы власть вәкилдәре халыҡ менән кәңәшләшкәндән һуң «Беларусь» алырға ҡарар итә. Сөнки ауыл ерендә техникаһыҙ йәшәп булмай, бигерәк тә ҡыш көндәрендә урамдарҙы ҡарҙан таҙартыу көнүҙәк мәсьәләгә әйләнә.
Ырғыҙлы ауылының киләсәге өмөтлө. Ауыл халҡы яңы техниканы файҙаланып, ауылды тағы ла төҙөкләндерергә, яңы эш урындары булдырырға һәм тормош сифатын яҡшыртырға ниәтләй. «Айыҡ ауыл» конкурсы-ул төбәктәрҙе үҫтереү, сәләмәт йәшәү рәүешен пропагандалау һәм халыҡты берләштереү өсөн бик мөһим сара.



