Хәрби пенсионер тәбиғәттә туристар өсөн әкиәт донъяһы булдырған

Бында ял итергә ҡунаҡтар донъяның төрлө мөйөштәренән килә. Хәрби пенсионер Артур Фәйзрахманов Ҡариҙел районында Павловка һыуһаҡлағысы янында тәбиғәт ҡосағында ял итергә яратыусылар өсөн ҡунаҡ йорто менән ял базаһы ойошторған. Артур хәләле менән бергә биләмәне рус халыҡ әкиәттәре стилендә биҙәгән, ылыҫлы ағастар ултыртҡан.Оҫта ҡуллы хужа буш ваҡыттарында эскәмйәләр, ултырғыстар, биҙәү элементтары эшләү менән мәшғүл. Был урындың туристарҙы йәлеп итеү серҙәре тураһында БЮТ хәбәрсеһе Гүзәл Борханова яҙмаһында.

Был урын хәҙер ябай ғына ихата түгел, ә шәхси йорт эргәһендәге ылыҫлы урман. 19 йыл элек Фәйзрахмановтар ғаиләһе Яңы Йәнсәйет ауылында ер участкаһы һатып алған. Улар Ҡариҙел районын тәү күреүҙән үк үҙ иткән. Өфө егете Артур Фәйзрахманов рядовойҙан алып полковник дәрәжәһенә тиелем күтәрелеп, данлы хәрби юл үтә. Төньяҡ Кавказда хәрби бәрелештәрҙә ҡатнаша. Хәрби хеҙмәтен тултырып хаҡлы ялға сыҡҡандан һуң Башҡортостанға ҡайтып төпләнә.

Күпселек кеше хәрбиҙәр команда буйынса ғына йәшәргә күнеккән тигән ҡарашта. Был фекер менән килешмәйем. Шәхсән миңә әрме хеҙмәте бер ваҡытта ла ижад менән шөғөлләнеүгә ҡамасауламаны. Мин фотоға төшөрөү менән мауығам, ағастан да төрлө әйберҙәр эшләйем.

Артур Фәйзрахманов

Был йорт йыһаздарын-эскәмйәләр, ултырғыстар, гамактарҙы Артур үҙ ҡулдары менән эшләгән.

Күпселек халыҡ әлеге ваҡытта тәбиғәт ҡосағындағы эко-ялға өҫтөнлөк бирә. Был уларға гаджеттарҙы ситкә ҡуйып ҡала ығы-зығыһынан арыныу, саф һауала рәхәтләнеп ял итеү форсаты бирә. Артур Фәйзрахманов базаһында бының өсөн олоһо-кесеһенә бөтә уңайлыҡтар ҙа бар. Ылыҫлы ағастар янында тын алыу иркенәйә, үҙенде әкиәт донъяһына килеп эләккән кеүек тояһың. Артур Фәйзрахманов ярҙамсылары менән Павловка һыуһаҡлағысы янында үҙ иҫәбенә ҡунаҡ йортон бер ай эсендә төҙөгән. Ул һигеҙ кешегә иҫәпләгән һәм ҡунаҡтарҙы йыл әйләнәһенә ҡабул итә. Бында ял итергә донъяның төрлө төбәктәренән киләләр.

Американан, Германиянан, Польшанан, Латвиянан. Рәсәйҙең географияһы бай: Питер, Мәскәү, Екатеринбург, Яр Саллы, Ҡазан. Ял итеүселәр Башҡортостандың хозур тәбиғәте менән һоҡлана. Үҙем дә Рәсәй ынйыһы булған тыуған еремде бик яратам.

Артур Фәйзрахманов

Запастағы полковник ҡунаҡсыллыҡ һәм туризмды артабан да үҫтерергә ниәтләй. Был эшендә уға ҡатыны һәм улдары ярҙам итә. Киләсәктә ял итеүселәргә Ҡариҙел районының иҫтәлекле урындары буйлап сәйәхәт ойошторорға һәм ағас әйберҙәр эшләүҙе арттырға ниәтләйҙәр.

Гүзәл Борханова

Башбат
Нет наркотикам
Волна
БАШКОРТТАР-БСТ