Дәүләт һунар инспекторҙары Өфө буйлап йүгереп йөрөгән мышыны эҙләй

Яҡынса ике йәшлек хайуанды кешеләр Рудольф Нуриев урамында күргән. Башҡортостандың Тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министрлығы хеҙмәткәрҙәре урынға килгән, ләкин мышыны тап итмәй. Әле белгестәр хайуанды эвакуациялау буйынса хәүефһеҙ план әҙерләгән. Улар әйтеүенсә, мышы әүҙем хәрәкәт итә, уның ҡала эсенә килеп инеүе йорттарға терәлеп торған урман массивы менән бәйле. Әйткәндәй, баш ҡала өсөн был беренсе күренеш кенә түгел.

Выборы 2026
Башбат
Башбат
Нет наркотикам
Акции БСТ
БАШКОРТТАР-БСТ