Башҡорт батырҙары «Тополь-М» ракетаһын һөйрәп донъя рекорды ҡуйырға йыйына

Башҡорт батырҙары «Тополь-М» ракета комплексын буксирлау буйынса донъя рекордын ҡуйырға йыйына. 4 кешенән торған команда октябрь башында үтәсәк сараға әҙерлек эшен башлаған. Стәрлетамаҡ ҡалаһында ойошторолған күнекмәлә Айҙар Байсурин, Денис Ваһапов, Рәил Бикмаев менән Руслан Садиҡов ҡатнашты.

Тап улар 44 тонна ауырлыҡтағы хәрби машинаны алға һөйрәп, донъя рекордын ҡуйырға ниәтләгән. Әле МАЗ 7917 шассиһындағы 27 метрлыҡ ракета комплексы уҡыу техникаһы булараҡ файҙаланыла. «Рәсәйҙең иң көслө кешеһе» титулына күп тапҡыр эйә булған спортсы, йәмәғәт эшмәкәре Эльбрус Ниғмәтуллин башҡорт атлеттарын әҙерләүҙә ҡатнаша. Ул «Донъя рекордын ҡуйыр өсөн иң мөһиме команда менән эш итә белеү мөһим» тигән ҡарашта.

Әлегә тиклем Рәсәйҙә генә түгел, донъяла «Тополь-М» ракета комплексын, ғөмүмән, хәрби техниканы буксирлаған кеше булманы. Беҙҙең башҡорт батырҙары командаһы был эште тәүгә башҡарасаҡ. Беҙҙең проект Башҡортостан башлығы Гранттары фонды ярҙамында тормошҡа ашырыла, йыл һайын беҙҙең башланғыстар хуплап ҡабул ителә.

Эльбрус Ниғмәтуллин, Рәсәйҙең иң көслө кешеһе
Башбат
Нет наркотикам
Акции БСТ
БАШКОРТТАР-БСТ