Белоретта Ҡораллы көстәр сафына баҫыусыларға түләү арттырылды

Хәҙер  илдең Оборона министрлығы менән килешеү төҙөгәндәргә бер тапҡыр 300 мең һум бирелә. Белорет район хакимиәтенән ошо турала белдерәләр. Документҡа ҡул ҡуйғандарға республиканан 1 миллион, Оборона министрлығынан 400 мең һәм хакимиәттән 300 мең һум күсерелә. Бынан тыш район халҡы “Рекрут” муниципаль программаһында ҡатнаша ала. Бының өсөн 100 мең һум ҡаралған. Башҡортостанда махсус хәрби операцияла ҡатнашыусылар һәм уларҙың яҡындарына 50-нән ашыу социаль ярҙам сараһы бар.

Фото №1 - Белоретта Ҡораллы көстәр сафына баҫыусыларға түләү арттырылды
Башбат
Нет наркотикам
Акции БСТ
БАШКОРТТАР-БСТ