Республика парламенты депутаттары ҡануниәткә ошо турала тейешле үҙгәрештәр әҙерләй. Закон проекты муниципаль хеҙмәткә ҡайһы бер вазифаларға алынған кешеләргә талаптарҙы ябайлаштыра. Һүҙ уларҙың белеме, профессиональ тәжрибәһе һәм хеҙмәт стажы тураһында бара. “Ҡанунды ҡабул итеү урындағы үҙидара органдарының кадрҙар составын көсәйтергә мөмкинлек бирә. Муниципаль хеҙмәткә алыу маҡсатында уҙғарылған конкурста ҡатнашыусылар даирәһе киңәйә. Махсус хәрби операцияла ҡатнашыусылар ҙа үҙ көсөн һынарға хоҡуҡлы. Улар яуаплылыҡ, тәртип, командала эшләү һәм маҡсатҡа ирешеү оҫталығын фронтта дәлилләне. Бындай кешеләр хакимиәттәр эшен йәнләндереп ебәрә, дәүләт һәм йәмғиәт араһындағы бәйләнештәрҙе нығыта ала. Яугирҙарҙың тәжрибәһе республика өсөн мөһим һәм кәрәк”, - тип белдерҙе парламент рәйесе Константин Толкачев. Пленар ултырыш 25 сентябрҙә була.




