Журналист, "Ашҡаҙар" газетаһының баш мөхәррире Рәмил Мансуровтың "Тауҙар менән тауҙар ғына осрашмай" исемле китабы донъя күрҙе. Стәрлетамаҡ район хакимиәтендә махсус хәрби операция геройҙары, яугирҙар ғаиләләре, йәштәр ҡатнашлығында китаптың исем туйы үтте. “Баҫмаға яугирҙар, уларҙың яҡындары, ирекмәндәр, гуманитар ылау туплау һәм тапшырыу тураһында яҙмалар ингән”, - ти автор.
Рәмил Мансуровтың махсус хәрби операцияға арналған беренсе китабы уҙған йылда нәшер ителде. "Ватан саҡырыуы буйынса" исемле баҫма "Ашҡаҙар" һәм "Стерлитамаксий рабочий" газеталары хәбәрселәре менән берлектә сыҡты.




