Мәләүез ҡалаһы яр буйы биләмәһе «Мөхит дизайны» категорияһында Архиwood абруйлы архитектура премияһына лайыҡ булды. Был турала Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров социаль селтәрҙәге сәхифәһендә белдерҙе.
Ағастан эшләнгән иң яҡшы архитектура ҡоролмалары конкурсы йыл һайын уҙғарыла. Юғары награда Башҡортостандан иҫәп буйынса өсөнсө объектҡа тапшырылды э. 2023 йылда премия Николо-Березовканың тарихи өлөшөнә бирелһә, былтыр еңеүҙе Өфөләге Инорс биҫтәһендә урынлашҡан Теплое күле эргәһендәге балалар майҙансығы яулағайны. Проекттарҙың барыһын да Башҡортостан ҡалаларын үҫтереү институты алып барған. Төбәк етәксеһе тораҡ пункттарҙы төҙөкләндереүгә, сираттағы еңеүгә тос өлөш индергән проект авторҙарына, республиканың торлаҡ һәм коммуналь хужалыҡ министрлығына, ҡала хакимиәтенә һәм проект өсөн тауыш биреүҙә ҡатнашҡан республика халҡына рәхмәт еткерҙе.




