Өфө табиптары Милли кейем көнөн флешмоб менән билдәләне

Башҡортостанда Милли кейем көнөнә арналған флешмоб иғлан ителгәйне. Бөтә Донъя башҡорттары Ҡоролтайы башланғысын һаулыҡ һаҡлау хеҙмәткәрҙәре лә күтәреп алған. Өфөнөң 5-се ҡала клиник дауаханаһы табиптары һәм шәфҡәт туташтары аҡ халаттарын милли кейемгә алмаштырып, клип төшөргән. Дауалау учреждениеһы баш табибы Салауат Өмөтбаев билдәләүенсә, видеояҙмала төрлө милләт вәкилдәре-барлығы тиҫтәгә яҡын белгес ҡатнашҡан. Акция шарттары буйынса, һәр кем милли кейем йә уның элементтары менән фотоға төшөп, Милли кейем 2025 хэштегын ҡулланып социаль селтәргә һалырға тейеш.

Башбат
Башбат
Нет наркотикам
Волна
БАШКОРТТАР-БСТ