Радий Хәбиров «Белавиа» авиакомпанияһы директоры Игорь Чергинец менән осрашты

Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров «Белавиа» авиакомпанияһы директоры Игорь Чергинец менән осрашты. Яҡтар Башҡортостан менән Белоруссия араһында авиахеҙмәттәшлек мәсьәләһенә туҡталды. Радий Хәбиров билдәләүенсә, Минск ҡалаһына тура рейстар Башҡортостан өсөн оло әһәмиәткә эйә. Яҡтар араһында сәнәғәт, төҙөлөш, ауыл хужалығы, туризм тармаҡтарында проекттар тормошҡа ашырыла. Республикала 23 белорус предприятиеһы уңышлы эшләй.

Выборы 2026
25 лет БСТ
Башбат
Башбат
Нет наркотикам
Акции БСТ
БАШКОРТТАР-БСТ