«Берҙәм Рәсәй» партияһы штабында Еңеү диктантында ҡатнашыусылар һәм ойоштороусылар бүләкләнде. Бөйөк Ватан һуғышында еңеүгә бағышланған халыҡ-ара сара 2019-сы йылдан ойошторола. Уның маҡсаты еңеү геройҙарының исемен мәңгеләштереү, йәш быуынға тарихи мәғлүмәт еткереү.
Быйыл Еңеү диктанты апрелдә үтте. Бөйөк еңеүҙең 80 йыллығына арналған илһөйәрлек акцияһына бөтә донъянан 80 ил ҡушылды. Башҡортостанда ул 800 майҙансыҡта ойошторолдо. Тәҡдим ителгән текста махсус хәрби операцияға ҡағылышлы өҙөктәр ҙә булды.



