Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров социаль селтәрҙәрҙә республика халҡын Милли костюм көнө менән тәбрикләне. Республикала үткәрелгән иң матур байрамдарҙың береһе беҙҙә 2020 йылдан ойошторола.
Бишенсе йыл инде республикала йәшәүселәр апрелдең өсөнсө һәм сентябрҙең икенсе йомаһында ғорурлыҡ менән үҙ халҡының кейемдәрен кейә. Бер уңайҙан Башҡортостанда күргәҙмәләр, флешмобтар һәм башҡа сағыу саралар үтә. Был аҙнала 8 сентябрҙә беҙ тағы ла бер мөһим дата билдәләнек-ил президенты Владимир Путин ҡарары буйынса Рәсәй халыҡтары теле көнө уҙғарылды. Төрлө милләт вәкилдәренең татыу һәм дуҫ йәшәүе Башҡортостандың һәм Рәсәйҙең иң ҙур байлығы. Байрам менән ҡотлайым, тип яҙған Радий Хәбиров.



