Юбилей уңайынан төбәктә күләмле мәҙәни саралар үтә. 25 сентябрҙә «Өфө-арена» комплексында концерт көтөлһә, бөгөндән Башҡортостан Милли музейына килеп, радионың тарихы, бөгөнгөһөнә арналған күргәҙмә менән танышырға була. Экспонаттарҙы БЮТ хәбәрсеһе Гөлназ Хәйбуллина барып күрҙе.
«Теге өсәү»ҙән радионың үҫеш юлына байҡау. «Юлдаш»тар тыңлаусыларын Башҡортостандың милли музейына саҡыра. Күргәҙмәлә тарихи эскпонаттар-төрлө осорҙа ҡулланылған радиоалғыстар, тауыш яҙҙырыу ҡоролмалары, шулай уҡ бында милли радиостанцияның барлыҡҡа килеү тарихын, үҫешен, бөгөнгөһөн сағылдырған документтар, фотоһүрәттәр һәм башҡа материалдар тупланған. Ҡаҙаныштар, тормошҡа ашырылған проекттар һәм күләмле акциялар менән дә танышырға мөмкин.
Тарихи эскпонаттарға килгәндә, улар Башҡортостан радиоһы һәм телевидениеһы музейынан килтерелгән. Фондта һаҡланған тарихи материалдар 2016 йылда ла Милли музей стеналарында халыҡ иғтибарына тәҡдим ителгәйне.
Экспозицияға «Көмөш йылдар. Алтын ҡулдар» конкурсы еңеүселәренең эштәре лә ҡуйылған. Бөрйән районынан Айһылыу Баймырҙина «Юлдаш» радиоһын 25 йыллыҡ юбилейы менән тәбрикләп, балаҫ һуҡҡан.
«Юлдаш»тар берҙәмлеге менән көслө. Юбилей йылын да улар лайыҡлы ҡаршылай. Мәҙәни саралар теҙмәһе бай һәм тыңлаусыларҙың теләктәрен иҫәпкә алып эшләнгән.
«Юлдаш» радиоһынан тыш, Бст телеканалының иртәнге тапшырыуҙарында ла концертҡа билеттар уйнатыла. Шулай уҡ социаль селтәрҙәрҙә лә конкурстар уҙғарыу ҡаралған. Күргәҙмәгә килгәндә, Милли музей стеналарында ул сентябрь аҙағына тиклем эшләй.
Гөлназ Хәйбуллина



