Уҙған төндә күп балалы ғаилә йәшәгән ағас йортто ут ялмап ала. Янғынға ҡаршы көрәшкә 14 кеше һәм биш берәмек техника йәлеп ителгән. Ғәҙәттән тыш хәл ваҡытында йортта биш кеше булған. 6, 9, 16 йәшлек балалар тәҙрә аша сыҡҡан. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, уларҙың ата-әсәһе һәләк була. Әле янғын сәбәбе асыҡлана. Урында тәфтиш-оператив төркөм, һынау янғын лабораторияһы эксперты һәм Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы белгестәре эшләй.



