Шулай уҡ власть органдары билдәләүенсә, оператив иҫкәртеү системаһы эше лә яйға һалынған. Йәғни, пилотһыҙ осоусы аппараттар башҡа төбәк яғынан Башҡортостан биләмәһенә йүнәлгәндә үк белгестәр уны асыҡлап күҙәтеп барған.
Был оператив рәүештә пилотһыҙ хәүеф режимы индерергә булышлыҡ итә. Шул сәбәпле мобиль интернет эшендә тотҡарлыҡтар тыуа. Бынан тыш, республикала әүҙем һәм пассив һаҡлау саралары күрелә. Күп предприятиелар мөһим объекттарҙы дронға ҡаршы селтәрҙәр менән ҡаплай. Даими рәүештә уҡыуҙар ойошторола. Белгестәр билдәләүенсә, эре калибрлы ҡорал менән маневрлы төркөмдәр булыуы ла үҙ һөҙөмтәһен бирә. Тап улар ике дронды бәреп төшөрҙө.



