Башҡортостандың тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министрлығы ведомствоның аналитика хеҙмәте менән берлектә күсмә экология лабораторияһын ҡулланып, Өфөлә һауа сифатына мониторинг уҙғарҙы. Пилотһыҙ осоусы аппараттар һөжүменән һуң зарарлы матдәләр концентрацияһы артыуы теркәлмәгән. Параллель рәүештә баш ҡаланың тораҡ райондарында урынлашҡан автоматлаштырылған контроль станцияларҙа ла һауаның сифаты тәүлек әйләнәһенә тикшерелә.



