Пилотһыҙ осоусы аппараттар һөжүменән һаҡланыуҙың ҡатнаш системаһы ярҙамында ауыр эҙемтәләргә юл ҡуйылманы. Был турала Радий Хәбиров республиканың террорға ҡаршы комиссия һәм оператив штаб ултырышында белдерҙе. Кәңәшмә эшендә төбәктең көс структуралары, министрлыҡ-ведомство, эре сәнәғәт предприятиелары етәкселәре ҡатнашты.
Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, уҙған шәмбе «Башнефть» компанияһы объекттарына ике пилотһыҙ осоу аппараты һөжүм итте. Бындай шарттарҙа барлыҡ хеҙмәттәр ҙә аныҡ һәм оператив эшләй. Сигнал килеү менән алдан уҡ эвакуация үткәрелә һәм мобиль төркөм пилотһыҙ аппараттарға ҡаршы ут аса. Бәхеткә күрә, һәләк булыусылар һәм зыян күреүселәр теркәлмәй. Күрелгән сараларға ҡарамаҫтан, беҙгә предприятиеларыбыҙҙы бындай һөжүмдәрҙән ышаныслыраҡ яҡлауҙы тәьмин итеү буйынса өҫтәмә саралар күрергә кәрәк,-тине Радий Хәбиров. Ултырышта ҡатнашыусылар артабан төбәктең сәнәғәт объекттарының хәүефһеҙлеген арттырыу буйынса тәҡдимдәрҙе тикшерҙе.



