Радий Хәбиров ике үҫмергә парашют менән һикереү мөмкинлеген бүләк итте

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров ике үҫмергә парашют менән һикереү мөмкинлеген бүләк итте. Илназ Дәүләтов менән Максим Назаралиев республика башлығы менән уҙған йәкшәмбелә «Геройҙар биләмәһе»тип аталған үҙенсәлекле балалар өсөн слетта осрашты. Һәм бер аҙнанан һуң малайҙар парашюттан һикерҙе. Был хаҡта тулыраҡ киләһе яҙмала.

Осош алдынан тикшереү профессионалдар кеүек артыҡ ҡәтғи түгел. Әммә парашют менән һикереү өсөн ныҡлы һаулыҡ та кәрәк. Табип һорауҙар яуҙыра, ҡан баҫымын үлсәй. Егеттәрҙең икеһе лә табип тикшереүе һөҙөмтәһе буйынса-күк киңлектәрен иңләргә әҙер.

Туймазынан Илназ Дәүләтовтың яҙмышы-ул бәләкәй малайҙың ҙур батырлыҡ тарихы. Өс йыл элек футбол уйнағанда трансформаторға барып эләккән тупты алам тигәндә уны 10 мең вольтлыҡ ток һуға.Уҡыусының ике ҡулы ла ампутациялана, үҫмер алты операция үткәрә. Ә бөгөн Илназ-еңел атлетика буйынса терәк-хәрәкәт аппараты зарарланған кешеләр араһында Рәсәй ярыштарында ете тапҡыр еңеүсе. Уҙған йәкшәмбелә: Максим, Илназ һәм тағы 130 уҡыусы «Патриот» паркында республика башлығы менән осрашты. Аралашыу барышында Радий Хәбировтан баш тартыу мөмкин булмаған тәҡдим яңғыраны

Малайҙар ата-әсәләре менән йәкшәмбе иртәһендә Кушнаренко районына килде. Скай үҙәктә улар менән бергә һикереү өсөн инструкторҙар тәғәйенләнде. Иң тулҡынланғандары парашюттан ырғыясаҡ улдарын тамаша ҡыласаҡ ата-әсәләр.

Иртә менән улыма,бәлки бармаҫбыҙ тим. Әммә ул ҡәғи рәүештә мотлаҡ барасаҡбыҙ тип яуапланы.

Зөлфиә Дәүләтова

Тәүге тапҡыр парашюттан һикергән улым өсөн ныҡ ғорурландым, уға афарин тинем.

Марат Дәүләтов

Улым менән ғорурланам, уның мин осорға ҡурҡмайым тигән яуабы ышаныслы яңғыраны

Татьяна Назаралиева

Илназ күп тапҡырҙар самолетта осҡан,ә Максим бер ҡасан да осоу аппараттарында һауаға күтәрелмәгән. Ә бөгөн парашюттан һикереү икеһе өсөн дә тәүге дебют. Был тәүге имтихан кеүек. һөйөнөскә күрә, был көндө артыҡ елләмәне лә, ямғыр ҙа яуманы. Малайҙарҙың бейектә кисергән хис-тойғоларын гоупро камералары төшөрөп алды.

Парашюттан һикереү менән идара итеү тулыһынса инструктор иңендә., егеттәргә ыңғай тулҡынды тоторға һәм ошо мәлдән ләззәт алырға ғына ҡала. Был уларҙың икеһе өсөн дә ошоғаса булмаған ысул ярҙамында яңы хис-тойғолар кисереү. Тәүгеләрҙән булып спортсылар-Александр Котенков иҫтәлегенә Башҡортостан кубогында ҡатнашыусылар һикерҙе. Артабан Илназ Менән Максим Улар ярты километрға юғарыраҡ бейеклектән ырғыны.

Парашют асылыу менән тыным иркенәйҙе, кисерештәр аңлатып бөткөһөҙ. Бында тағы ла осорға килергә теләйем

Максим Назаралиев

Һауала сальто эшләргә теләнем һәм беҙ уны иструктор менән бергә башҡарҙыҡ. Бындай тойғоларҙы мин тәүгә кисерҙем. Радий Фәрит улына ошондай шәп бүләк өсөн рәхмәтлемен. Инструкторыма ла рәхмәт.

Илназ Дәүләтов

Үҫмерҙәрҙең икеһенә лә парашютсылар карточкаһы тапшырылды. Уларҙы һәр һикереүҙән һуң тултырырға мөмкин. Бынан тыш скай үҙәктәге ярыштар иҫтәлеге итеп үҫмерҙәргә миҙалдар ҙа тапшырылды. Был бүләк юғары маҡсаттар ҡуйып йәшәү һәм уларға ирешеү өсөн кәртәләр булмауы хаҡында һөйләй.

Гүзәл Борханова

Башбат
Нет наркотикам
Акции БСТ
БАШКОРТТАР-БСТ