Радий Хәбиров махсус хәрби операция ветерандары ассоциацияһының ултырышында ҡатнашты. Унда ойошманы үҫтереү, хәрбиҙәргә һәм уларҙың ғаилә ағзаларына ярҙам итеү мәсьәләләре ҡаралды. “Ассоциация алдында хәрби хәрәкәттәрҙә һәләк булғандарҙың хәтерен мәңгелләштереү, инвалидтарға ярҙам күрһәтеү, хәрбиҙәрҙе тыныс тормошҡа яраҡлаштырыу, уларҙы эшкә урынлаштырыу, йәштәрҙә патриотик рух тәрбиәләү бурысы тора”, - тип билдәләне республика етәксеһе.
“Беҙҙең маҡсат һәр район һәм ҡалала берҙәм ярҙам үҙәге булдырыу”, - ти республика махсус хәрби операция ветерандары асоциацияһы рәйесе Осҡар Ситдиҡов.
Республиканың ветерандар ассоциацияһына 1 меңдән ашыу яугир йәлеп ителгән.




