Өфө-Ырымбур федераль трассаһында капиталь ремонт башланды

Был турала Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров социаль селтәрҙәге сәхифәһендә хәбәр итте. “Беҙ республика халҡы, бигерәк тә көньяҡ райондарҙа йәшәүселәр түҙемһеҙләнеп көткән күләмле төҙөлөш башланыҡ. Стәрлетамаҡ һәм  Ашҡаҙар ауылы араһында юл өлөшө 4 һыҙатҡа тиклем киңәйтелә, йәйәүләр өсөн үткәүел, йүнәлештәрҙе бүлеүсе барьер ҡуйыла һәм юл яҡтыртыла”, - тип яҙған республика етәксеһе. Әле бында коммуникацияларҙы күсереү, ер эштәре башҡарыла. Ул киләһе йыл аҙағына тиклем әҙер булырға тейеш. Радий Хәбиров “Росавтодор” һәм “Приуралье” юл идаралығына рәхмәт белдерҙе.

Фото №1 - Өфө-Ырымбур федераль трассаһында капиталь ремонт башланды
Выборы 2026
Башбат
Башбат
Нет наркотикам
Волна
БАШКОРТТАР-БСТ