2 мең 400 яугир хеҙмәтен тамамлаған һәм республикаға ҡайтҡан

  Вице-премьер – Спорт министры Руслан Хәбибов ошо турала белдерҙе. Башҡортостан башлығы янында махсус хәрби операцияла ҡатнашыусылар һәм уларҙың ғаиләләренә ярҙам итеү буйынса ведомство-ара комиссия булдырылған. Хөкүмәт вәкилдәре, йәмәғәт ойошмалары ағзалары уның составына инә. Республикала 1 мең ярым хәрби шифаханала һаулығын нығытҡан. Ҡайтҡан яугирҙарҙың яртыһынан күбеһе эшкә урынлашҡан. 1 мең 200-ҙән ашыу ветеранға психологик ярҙам күрһәтелгән. “Ветерандарҙың барыһы ла иҫәпкә ҡуйылды. Уларға остаздар беркетелде. Адреслы эш алып барыла”, - тине Руслан Хәбибов. Башҡортостан етәксеһе махсус операцияла ҡатнашҡан хәрби хәрәкәттәр ветерандарын генерал Шайморатов миҙалы һәм ордены менән бүләкләү буйынса берҙәм регламент булдырырға ҡушты. Ул 1 октябргә тиклем әҙерләнергә тейеш.

Фото №1 - 2 мең 400 яугир хеҙмәтен тамамлаған һәм республикаға ҡайтҡан
Башбат
Нет наркотикам
Волна
БАШКОРТТАР-БСТ