Бер төркөм яугирҙар махсус хәрби операция биләмәһенә юлланды

Бөгөн бер төркөм яугирҙар махсус хәрби операция биләмәһенә юлланды. Сираттағы үҙәкләштерелгән оҙатыу сараһы «Өфө-арена» алдындағы майҙанда үтте. Ватан һаҡсылары ике аҙна ялда булған. Был ваҡытты улар башлыса яҡындары янында үткәргән. Хәҙер, көс туплап йәнә ил һағына баҫырға әҙер. Алыҫ юлға сығыр алдынан хәрбиҙәрҙе вице-премьер Ирек Сәғитов сәләмләне. Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров исеменән ул яугирҙарға фиҙаҡәр хеҙмәте һәм күрһәткән батырлыҡтары өсөн рәхмәт әйтте. «Һеҙ-ватаныбыҙ ғорурлығы. Һеҙгә ышанабыҙ, һәр берегеҙҙең иҫән-һау еңеү менән әйләнеп ҡайтыуын теләйбеҙ»,-тине Хөкүмәт Премьер-министры.

Башбат
Нет наркотикам
Волна
Акции БСТ