Уңышлы хәрби заданиенан һуң лайыҡлы наградалар

Салауат Юлаев исемендәге батальон яугирҙарының бер төркөмө Миңлеғәле Шайморатов миҙалы менән бүләкләнде. Рәсәй гвардияһы составындағы подразделение Белгород өлкәһендә хәрби бурысын үтәй. Яҡташтарыбыҙ дәүләт сиген һаҡлау, диверсия төркөмдәрен асыҡлау буйынса хәрби заданиелар башҡара. Хеҙмәттә айырыуса батырлыҡтар күрһәткән яугирҙар Шайморатов миҙалдарына тәҡдим ителгән. Беҙҙең өсөн Башҡортостан наградалары мөһим һәм ғорурлыҡ, ти Салауат Юлаев вариҫтары.

Башбат
Нет наркотикам
Волна
Акции БСТ