Ейәнсура районында махсус хәрби операцияла батырҙарса һәләк булған Юнир Дәүләтшинға арналған иҫтәлекле урын асылды. Геройҙың яҡындары көсө менән төҙөлгән баҡсаға «Хәтер» тип исем бирелгән. Юнир Дәүләтшин бала сағында бында дуҫтары менән уйнай, һыу инә һәм балыҡ тота, йыш ҡына өлкәндәрҙең һуғыш тураһында һөйләгәндәрен тыңлай. Буй еткергәс тыуған илде яҡларға тигән ҡарарға килә. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, ике йыл элек яҡташыбыҙҙың нацистарға ҡаршы алышта ғүмере өҙөлә.
Хәтерҙе мәңгеләштереүҙә Иҙелбәк ауылы халҡы ла үҙ өлөшөн индерә. Иҫтәлекле урын мангал, өҫтәл һәм эскәмйә менән йыһазландырыла. Яҡташтары ватан һаҡсыһын яҡшы белә, шуға ла хәтер баҡсаһында һәр кем уның геройҙарса ғүмер юлын иҫкә ала.



