Баймаҡ районы Урғаҙа ауылының социаль-мәҙәни үҙәгендә икмәк һәм муллык көнө билдәләнде

«Кесе Ватан мәҙәниәте» проекты буйынса ойошторолған байрам ысын мәғәнәһендә хеҙмәтте һәм уңышты данланы.

Урғаҙалар юҡҡа ғына «Уңыш байрамы» үткәрмәй. Үткән быуаттың 30-сы йылдарында «Йылайыр» совхозын «иген индустрияһы ҡалаһы» тип йөрөтәләр. 1967 йылда совхоз Ленин Ордены менән бүләкләнә. Киң ялан-баҫыуҙары менән билдәле ерлектә бөгөн дә мул уңыш алына, күп фермерҙар уңышлы эшләй. Икмәк һәм муллык көнөнә ауылдың йәмәғәт ойошма-учреждениелары ла үҙҙәренең уңыш күргәҙмәһен тәҡдим итте.

Урғаҙа ауылының яңы социаль-мәҙәни үҙәгендә төрлө йүнәлештә эшләүсе түңәрәктәр бар. Быйыл «Берҙәм Рәсәй» партияһының федераль проектында ла ҡатнашып өлгөргәндәр.

Көҙгө сыуаҡ көндә Урғаҙа ауылы халҡы мул уңышҡа һөйөнөп, үҙ-ара аралашып, йыр-моңдан күңеленә ял алып таралышты. Йылайыр совхозының шанлы үткәне, сикһеҙ даны тарихта ғына ҡалһа ла, ябай кешеләрҙең оло хеҙмәте хаҡында хәтер юйылмаясаҡ, быуындан-быуынға тапшырыласаҡ.

Рүзилә Ғүмәрова

Башбат
Нет наркотикам
Акции БСТ
БАШКОРТТАР-БСТ