Ишембайҙа Юрматы ырыуы вәкилдәре йыйыны үтте

Ул йәмғеһе 400-ҙән ашыу кешене берләштерҙе. Делегаттар иң тәүҙә Торатау итәгендәге «Ырыуҙар ташы» һәйкәленә сәскә һалды. Артабан оло йыйын Ишембай ҡала мәҙәниәт һарайында дауам итте. Фойела байрам ҡунаҡтарына бай ээкспозиция, шәжәрәләр, халыҡ һөнәрмәндәренең ҡул эштәре һәм милли аш-һыу күргәҙмәләре күрһәтелде. Пленар ултырышта һәр делегациянан бер вәкил сығыш яһаны. Улар ил яҙымышы, телде һаҡлау, махсус хәрби операцияла ҡатнашыусы яугирҙарға ярҙам мәсьәләләрен күтәрҙе.

Пленар ултырыш һуңында резолюция ҡабул ителде, тәҡдимдәр индерелде. Шулай уҡ Юрматы ырыуының яңы советы раҫланды. Ырыу башлығы итеп Республика халыҡ ижады үзәге етәксеһе Салауат Кирәев һайланды. Ырыу штандарты артабан Стәрлетамаҡ районына тапшырылды.

Башбат
Нет наркотикам
Волна
БАШКОРТТАР-БСТ