Сара сиктәрендә ҡунаҡтар урындағы мәктәп эшмәкәрлеге менән танышты. Объект ауылда тыуып үҫкән меценат Рим Хәсәнов ярҙамы менән тәртипкә килтерелгән. Урындағы халыҡ түҙемһеҙләнеп көтөп алған байрамда журналист Тәлғәт Шаһмановтың китабының исем туйы ла уҙҙы. Ауылдаштар байрамында ҡул оҫталары күргәҙмәһе, сағыу концерт ойошторолдо.



