Республика Башлығының патриотик тәрбиә буйынса кәңәшсеһе Валентин Солодовник әйтеүенсә, дрондарға, уларҙы ҡулланыуға бәйле һәр төрлө мәғлүмәт таратыу сикләнде. Республика Башлығының указы бар. - Мәғлүмәттәрҙе рәсми сығанаҡтар ғына тарата ала. Шулай уҡ бындай тыйыу федераль власть органдары һәм уларҙың урындағы ведомстволарына, республика һәм урындағы власть органдарына һәм рәсми сығанаҡтарға һылтанған баҫмаларға ҡағылмай.
Республика Башлығы указына ярашлы, пилотһыҙ осоу аппараты төрө, уларҙың күтәрелеү, килеп төшөү урыны, осоу юлын, һөжүм ителгән объекттар, килтерелгән зыян тураһында мәғлүмәтте киң мәғлүмәт сараларында, интернетта, социаль селтәрҙә урынлаштырыу тыйыла. Бынан тыш, пилотһыҙ аппараттар һөжүменә ҡаршы күрелгән саралар тураһында мәғлүмәт таратырға ярамай. Ябай кешеләр өсөн 5 мең һумға тиклем штраф ҡаралған. Ойошмалар өсөн был сумма 500 мең һумға етә.




