Салауатта «Лексус»тың 13 йәшлек иҫерек водителе дәүләт автоинспекцияһы хеҙмәткәрҙәренән ҡасырға маташҡан. «Рулгә ултырма, малай!» социаль кампанияһы барышында юл-патруль экипажы бәлиғ булмаған баланы иномарка рулендә күрә. Әммә йәш водитель туҡтар урынға газға баҫа. Артына төшөп инспекторҙар уны ҡулға ала, ә алкотестер эскән булыуын күрһәтә. Осраҡ буйынса административ материал төҙөлә, автомобиль штраф туҡталҡаһына оҙатыла. Ата-әсәгә ҡарата сара күреү өсөн тикшереү материалдары бәлиғ булмағандар эштәре буйынса комиссияға ебәрелгән.



