Берәҙәк хайуандарға йылы мөнәсәбәт. Өфө районы Лекаревка ауылындағы эттәр приюты 2021 йылдан алып эшләй. Йорт ихатаһында урынлашҡан вольерҙағы тауышҡа урындағы халыҡ күнеккән, ирекмәндәрҙең эшен ҡеүәтләп ҡабул иткән. Приют Президент гранттары фонды ярҙамы менән социаль башланғытарҙы ла тормошҡа ашырған. БЮТ хәбәрсеһе Гөлназ Хәйбуллина дауам итә.
Приют ҡарамағында алтмыштан ашыу эт. Юлиана Ғафарова һәр ҡайһыһының ҡушаматын, холҡон яҡшы белә. Вольерҙа ғына түгел, шулай уҡ ихатаға сығарғанда ла улар бәйһеҙ йөрөй. Ҡулға өйрәтелгәндәр. Ирекмәндәр эттәрҙе ҡарау шарттарын яҡшыртыуҙа мәрхәмәтле кешеләрҙең ярҙамына ышана. Яҙғы ташҡындан һуң вольер эшлектән сыҡҡан.
Өфө районы Лекаревка ауылындағы эттәр өсөн приют бишенсе йыл эшләй, ирекмәнлек эше барышында берәҙәк хайуандар ҡарауға алына, реабилитация үтеп, йәмғиәткә яраҡлаштырыла. Ирина Демидова эттәрҙе ҡулға өйрәтә. Ҡатын билдәләүенсә, приюттағы йән эйәләре айырыуса иғтибарға мохтаж.
Приют Юлиана Ғафарованың йорто биләмәһендә урынлашҡан. Ирекмән билдәләүенсә, эттәр өсөн яҡшы шарттар булдырыу-тормош позицияһы. Шул уҡ ваҡытта яуаплы эш.
Ирекмәнлек хәрәкәтенә һәр кем ҡушыла ала. Финанс яҡтан ғына түгел, приютта ҡул көсө лә талап ителә. Шулай уҡ ойошма етәкселеге журнал сығара башлауҙы планлаштырған. Эттәргә килгәндә, уларҙы ҡарауға алырға мөмкин. Тик бер шарт бар: уларҙың киләсәге тимер сынйырға бәйле булырға тейеш түгел.
Приют коммерция булмаған ойошма булараҡ президент гранттары фонды конкурсы еңеүсеһе лә булған. 2024-2025 йылдарҙа «Йөрәктән йөрәккә» тип исемләнгән проект тормошҡа ашырылып, утыҙҙан ашыу зооирекмән өсөн төрлө лекция-семинарҙар, психолог менән осрашыуҙар уҙғарылған. Кинология буйынса оҫталыҡ дәрестәре ойошторолған.
Гөлназ Хәйбуллина



