Батыр тыуған иленә ҡайтарыла. «Башҡортостан» полкы фронт һыҙығын алға күсереү һөҙөмтәһендә Рәсәй Геройы Илдар Суфияровтың кәүҙәһен табыу һәм эвакуациялау мөмкинлеге барлыҡҡа килде. «Хәсән» ҡушаматлы яугир былтыр апрель айында Украина ҡораллы көстәренә әсирлеккә бирелмәйенсә тиңһеҙ алышта батырҙарса һәләк булғайны. Ҡаһарман яҡташыбыҙҙың һуңғы алышы тураһында уның иҫән ҡалып тотҡондан ҡайтҡан полкташы һөйләне. Тулыраҡ Айнур Кәбиров репортажында.
«Башҡортостан» полкында яу юлын Илдар Суфияров реактив батарея взводы командиры вазифаһында башлай. Әле подразделение ойошҡан сағында уҡ үҙенә яугирҙар һайлай. Махсус хәрби операция биләмәһендә инде улар менән бергә хәрби заданиеларға йөрөй, разведкалар яһай һәм атыу позицияларын билдәләй. 2024 йылдың мартында өлкән лейтенант Суфияров яугирҙары менән Серебрянск урмансылығына сираттағы заданиеға сыға. Уларҙың күҙәтеү пункты бәрелештәр һыҙығынан алыҫ булмай. Йәшерен позицияларҙан дошман нығытмаларын ҡыйраталар. 12 апрелдә яҡташтарыбыҙҙың урынлашҡан ерен Рәсәйҙә тыйылған Азов батальоны нацистары асыҡлай һәм ҡамауға ала.
Тигеҙ булмаған алыш башлана, ләкин беҙҙең яугирҙарҙың береһе лә командирҙарын ҡалдырып китмәй.
Нацистар блиндажға үтеп инә алғас йәрәхәтләнгән «Хәсән» ике граната менән үҙен һәм өс дошманды бергә шартлата. «Шахтер» ҡушаматлы яугир Суфияровтың батырҙарса һәләк булыуының берҙән-бер шаһиты. Уның үҙен контузияланған килеш дошмандар ҡулға ала. 15 ай буйы әсирлектә булғандан һуң тотҡондар менән алмашыныуға эләгеп тыуған яғына ҡайтарыла. Үҙебеҙҙекеләргә ҡайтыу менән ул яуҙаштарының һәләк булған ерен күрһәтә.
Әсирлектән ҡотолғас та «Шахтер» һәләк булған яуҙаштары иҫтәлегенә «Башҡортостан» полкында хеҙмәт итергә ҡарар иткән.
Илдар Суфияров үҙенең антына һәм Ватанына тоғро ҡала. Полкташтары ла уны ташламай һуңғы алышты командирҙары янында ҡабул итә. Әле Серебрянск урмансылығында Рәсәй Геройының хәрби дуҫтарының кәүҙәләрен эвкауациялау эштәре дауам итә. Шәхестәре асыҡланғандан һуң улар ҙа тыуған яҡтарына ҡайтарыласаҡ.



