Ҡурған өлкәһе Әлмән районы башҡорттарының тарихи документтарын реставрациялау тамамланды

Башҡортостан Милли архивында Ҡурған өлкәһе Әлмән районы башҡорттарының тарихи документтарын реставрациялау тамамланды. Боронғо төрки телендә ғәрәп графикаһы менән яҙылған ҡомартҡыларҙы республика белгестәре уҡыған, яңыртҡан, электрон күсермәһен эшләгән. Яҙма йәдкәрҙәр һаҡлаған ҡыҙыҡлы мәғлүмәттәр, уларҙың әһәмиәте тураһында БЮТ хәбәрсеһе Рәмзиә Кәримова репортажы.

Быуаттар шаңдауын һаҡлаған тарихи документтар серле һандыҡ һымаҡ. Уға асҡыс табыу өсөн боронғо төрки телен, ғәрәп графикаһын белеү мотлаҡ. Ҡурған өлкәһе Әлмән районы музейында һаҡланған яҙма ҡомартҡыларҙың серен Башҡортостан белгестәре сискән. Милли архив хеҙмәткәрҙәре һарғайып бөткән ҡағыҙҙарҙағы яҙыуҙарҙы уҡыған, реставрациялаған.

Ҡурған районының Әлмән районы тарихи башҡорт ерҙәре, Башҡортостан йөмһүриәтен төҙөүҙә ҡатнашҡан арҙаҡлы шәхестәребеҙ Ғәлимйән Таған, Шәриф Манатовтың тыуған яғы. Метрика-мәсет документтарында улар тураһында ла мәғлүмәттәр бар. Милли архив тарихи яҙма йәдкәрҙәребеҙе өйрәнеүҙе, тергеҙеүҙе артабан да дауам итергә ниәтләй.

Метрика китаптары йөҙҙән ашыу папкала килтерелгән, уларҙы өйрәнгәндә исемлектә булмаған тиҫтәгә яҡын ауылда йәшәүселәр тураһында ла мәғлүмәт табылған. Милли архив хеҙмәткәрҙәре әйтеүенсә, ҡурғандар боронғо документтарҙы тергеҙеүҙә ярҙам иткән Башҡортостан белгестәренә оло рәхмәтле. Сөнки был мәғлүмәттәр тарихи ысынбарлыҡты сағылдыра, уны боҙоп яҙыуға юл ҡуймай.

Тарихи документтарҙың төп нөсхәһе Ҡурған өлкәһе Әлмән районының тыуған яҡты өйрәнеү музейына ҡайтарылған. Ә электрон күсермәләр Башҡортостан архивында һаҡлана. Был мәғлүмәттәр ошо ерлектең тормош-көнкүрешен, халыҡтың социаль-иҡтисади хәлен күҙ алдына баҫтырырға ярҙам итә. Улар тарихсылар, тыуған яҡты өйрәнеүселәр, үҙҙәренең шәжәрәһен төҙөүселәр өсөн бик ҡиммәтле.

Рәмзиә Кәримова

Акции БСТ
БАШКОРТТАР-БСТ