24 сентябрҙә Башҡорт дәүләт ҡурсаҡ театрында халыҡ-ара сараны асыу тантанаһы үтә. Тамашасыларға Донецк академия ҡурсаҡ театры спектакле тәҡдим ителә. Фестиваль Бөйөк Ватан һуғышында еңеүҙең 80 йыллығына арнала. Программа илһөйәрлек темаһына бағышланған сәхнә әҫәрҙәренән тора. Баш ҡалала Үзбәкстан, Ҡырғыҙстан театрҙары сығыш яһай. Шулай уҡ Владимир, Ырымбур өлкәләре, Татарстан, Сыуаш республикаһы коллективтары спектаклдәре ҡуйыла. Сергей Образцов исемендәге Дәүләт академия үҙәк ҡурсаҡ театры ҡунаҡ булараҡ ҡатнаша. Сараны ябыу тантанаһында был коллектив артистары “Ленинградка” спектаклен күрһәтә. Театрҙар форумы барышында ҡуйылған спектаклдәрҙе абруйлы жюри баһалай. Халыҡ-ара фестиваль президенттың мәҙәни башланғыстар фонды ярҙамында уҙғарыла.




