Улар Туймазы, Нефтекама, Салауат, Күмертау һәм Белорет ҡалаларында барлыҡҡа килде. Республика табип-физкультура диспансерының баш табибы Руслан Әхмәҙуллин белдереүенсә, дәүләт спорт мәктәбендә шөғөллөнеүселәр бушлай медицина тикшеренеүе үтә ала. Әле учреждение регистрында 23 мең самаһы профессиональ спортсы, Рәсәй һәм Башҡортостан йыйылма командаларының 5 меңгә яҡын ағзаһы иҫәптә тора.




