Хушлашыу сараһы иртәгә "Башҡортостан" дәүләт концерт залында була. Матәм митингынан һуң ул Көньяҡ зыяратта ерләнәсәк. Өлкән лейтенант, "Башҡортостан" мотоуҡсылар полкының Даян Мурзин исемендәге батальонынан взвод командиры Илдар Суфияров 2024 йылдың апрелендә махсус хәрби операцияла һәләк була. Офицер дошман менән алыш барышында күҙәтеү пунктындағы позицияһын ҡалдырмай. Дошманға бирелмәҫ өсөн граната менән үҙен граната менән шартлата. Уҙған йылдың октябрендә Илдар Суфияровҡа Владимир Путин указы менән үлгәндән һуң Рәсәй Геройы исеме бирелә. Республика Башлығы ил етәксеһенә һәм Оборона министры Андрей Белоусовҡа юғары исем биреүҙе юллауға иғтибарҙары өсөн рәхмәт белдерҙе.




