Өфөлә йәшәп, Шишмә районында баҡсасылыҡ менән шөғөлләнгән Илһөйәр Һәм Таһир Төхвәтуллиндар ҡабаҡтан рекордлы уңыш йыйған. Һәүәҫкәр баҡсасылар үҫтергән ҡабаҡтарҙың дөйөм ауырлығы 250 килограмм самаһы тәшкил иткән. Хужалар әйтеүенсә, улар гигант ҡабаҡ үҫтереү өсөн артыҡ ҙур эш башҡармаған. Уны ваҡытында ултыртыртҡан һәм һыу һипкән Төхвәтуллиндар ғаиләһе, ҡабаҡтан тыш, картуф, ҡыяр, помидор һәм башҡа йәшелсәләр үҫтерә. Әммә улар иң яратҡан ризыҡ ҡабаҡты-зур бәлештә, мантыла, бәлештәрҙә, бойҙай бутҡаһында ҡуллана.



