Ирекмәндәр Евразия фәнни-мәғариф үҙәге майҙанында иң яҡшы тәжрибә тип табылған проекттар презентацияһын ойошторҙо. Республиканың төрлө төбәктәренән йыйылған 250 ҡатнашыусы өсөн бер нисә тематик майҙансыҡ эшләп торҙо. Бында коммерция булмаған ойошмалар эшмәкәрлеген киңәйтеү йүнәлешендә оҫталыҡ дәрестәре үткәрелде, гражданлыҡ йәмғитен үҫтереү өсөн лекциялар тәҡдим ителде. Йәмәғәт эшмәкәрҙәре слеты Башҡортостан башлығы фонды гранты ярҙамында уҙғарылды.



